Яңылыҡтар

4 октябрь – Премьера! Сәхнәлә — «Ҡара йөҙҙәр»!

«Ҡара йөҙҙәр» - юйылмаҫ эҙҙәр

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың төп әҫәрҙәренең береһе – “Ҡара йөҙҙәр” повесы. Уның нигеҙендә әҙиптең бер туған апаһы Сафияның аяныслы яҙмышы ята. “Сибәр, зифа буйлы, мөләйем тәбиғәтле, нескә күңелле апайым бик матур итеп йырлай ҙа торғайны”, – тип яҙа Мәжит Ғафури үҙенең хәтирәләрендә. Сафияны йәшләй үҙе яратмаған кешегә кейәүгә бирәләр. Уның ирекһеҙ тормошо, ярты йылдан һуң тыуған йортона ҡайтып вафат булыуы буласаҡ шағирҙың күңелендә тетрәндергес ваҡиға булып ҡала һәм «Ҡара йөҙҙәр» повесының нигеҙен тәшкил итә.

" Автор төп геройҙар Ғәлимә менән Закирҙың фажиғәһе аша замандың мөһим ҡаршылыҡтарын күрһәтеүгә өлгәшә. “Ҡара йөҙҙәр”ҙә барыһынан да элек мөхәббәт трагедияһы түгел, ә саманан тыш ауыр әхләҡи-психологик шарттарға дусар ителгән ябай кеше трагедияһы хикәйәләнә”, – ти әҙәбиәт белгестәре.

М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса спектакль музыкаль драма жанрында Башҡорт академия драма театрында беренсе тапҡыр 1938 йылда ҡуйыла. Повестың инсценировка авторҙары - Ғәйнан Әмири һәм Вәли Ғәлимов. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Вәли Ғәлимов, рәссамы – Мөхәмәт Арыҫланов, композиторы -Мәсәлим Вәлиев. «Ҡара йөҙҙәр»ҙе режиссер Вәли Ғәлимов Рифҡәт Фәйзи менән берлектә 1955, 1965, 1980 йылдарҙа ла ҡуя.

(Үҙ ваҡытында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ла ошо әҫәр буйынса балет спектакле ҡуя. “Ҡара йөҙҙәр” Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ла бара, повесть буйынса опера Ҡазанда М.Йәлил исемендәге опера һәм балет театрында ла ҡуйыла. “Ҡара йөҙҙәр” әҫәре буйынса күренекле рәссам Р.М.Нурмөхәмәтов “Шәриғәт ҡорбандары” тигән киң билдәле картинаһын ижад итә).

Бына шундай данлы әҫәр ул “Ҡара йөҙҙәр” - ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған, осорҙоң мөһим социаль проблемаларына, йәмғиәт күренештәренә автор үҙ баһаһын биреп , уйланырға мәжбүр иткән повесть .

Тиҙҙән «Ҡара йөҙҙәр» Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә йәнә донъя күрәсәк. Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атаҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахмановтың әҫәргә замана һәм ваҡыт күҙлегенән сығып үҙ фекере.

Инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов һәм Шәүрә Ғилманова. Ҡуйыусы -рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин, пластика - Ринат Абушахманов һәм Сулпан Асҡарова. Йолалар буйынса консультант – Асия Ғәйнуллина. Ғәлимә ролендә - Рима Сәлмәнова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева. Закир – Артур Кәбиров.

«Ҡара йөҙҙәр» быйылғы – 95- се – юбилей миҙгеленең тәүге премьераһы.

afisha chernolik