Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
30май
АНТИГОНА
Яңылыҡтар

7 май — Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө, Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы Рәсимә Сәғит ҡыҙы Кәримованың юбилейы

Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө - ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы ул. Был көндө республикабыҙ йәмәғәтселеге Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Сәғит ҡыҙы Кәримованың матур юбилейын да бидәләй. 30 йыл дауамында телевидение дикторы, һуңынан радиола эшләгән, тапшырыуҙарҙы башҡорт һәм рус телдәрендә берҙәй оҫта алып барған зәңгәр экрандар йондоҙо Рәсимә Кәримова ижад юлын 1959 йылда башлай һәм артабанғы йылдарҙа телевидение уның ғүмерлек мөхәббәтенә, тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. Ә һөйкөмлө, гүзәл ханым, үҙ эшен сикһеҙ яратҡан Рәсимә Сәғит ҡыҙы, үҙ сиратында, халыҡтың яратҡан дикторы, төрлө ижади проекттарҙы берҙәй камил алып барыусы булып китә. Уның һылыулығына арнап шағирҙар шиғыр яҙа, йәш ҡыҙҙар уға оҡшарға тырыша, егеттәр Рәсимә Кәримоваға оҡшаш ҡыҙҙар һайлай. Шулай итеп, гүзәл төбәк -Учалы районының Туңғатар ауылында тыуып үҫкән Рәсимә Кәримова, тормошта ҙур абруй ҡаҙанып, йәшәүгә йәм биргән ижади шәхестәребеҙҙең береһенә - үҙе бер күренешкә әйләнә.

7 май көнө билдәле дикторҙың юбилей байрамында киң йәмәғәтселек вәкилдәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, күп һанлы тамашасылар һәм, әлбиттә, «Башҡортостан» Дәүләт телерадикомпанияһы ҡатнаша.

Инеү ирекле. Кисә 19 сәғәттә башлана.