Яңылыҡтар

94 – се миҙгел ваҡиғалары

Йылды йомғаҡлағанда миҙгелдең ваҡиғалар теҙмәһенә ҡыҫҡаса күҙ һалайыҡ. Театр ваҡиғаһы — ул, иң беренсе, яңы спектаклдәр. Быйылғы миҙгелдә : «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға», «Белмәҫйән мажаралары» (Н.Носов, реж. З.Сөләймәнов), “Ғәфү ит мине!», “Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр”, «Мин — ҡатын-ҡыҙ » (Т.Миңнуллин, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) «Яңғыҙҙар ташы » (Ә.Ғаязов, реж.О.Ханов) премьералары донъя күрҙе.

Халыҡ - ара фестивалдәрҙә, төрлө форумдарҙа ҡатнашыу, алыҫ сәфәрҙәргә юл — быйыл да байтаҡ булды. Күптән түгел Литвала уҙғарылған Халыҡ-ара театр фестивалендә театрыбыҙҙың «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссер Л.Зайкаускас) моноспектакле ҙур уңыш ҡаҙанды. «Әлифбанан бер себеш» спектакле, шулай уҡ Украинала уҙған «Таврия Мельпоменаһы», Владикавказда ( Төнъяҡ Осетия) II «Арт-соло» Халыҡ-ара моноспектаклдәр фестивалдәрендә лә ҡатнашты. “Аҡ пароход” драмаһы менән театр «Ҡаҙағстан Республикаһында Башҡортостан көндәре» мәҙәни- иҡтисади проект сиктәрендә Астанала сығыш яһаны.Ә үҙ сиратында Ҡаҙағстандың иң олпат театрҙарының береһе – М.Горький исемендәге Астана Рус дәүләт академия драма театры гастролдәре апрель айында беҙҙең сәхнәлә үтте. Апрель айында Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры менән алмаш гастролдәр уҙҙы.

Быйыл театрыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилей йылы (1919, 4декабрь), Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы. Ошо уңайҙан театрҙың ҙур гастролдәре март айында Мәләүез ҡалаһында һәм Мораҡта, Ишембай, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҙҙы. Унан һуң гастролдәр Һамар өлкәһе һәм Тольятти ҡалаларында дауам итте. Майҙа сығыштар Учалы, Белорет райондарында булды («Ғәфү ит мине!») һәм әле яңы ғына театр «Серле көршәк» әкиәте һәм Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитовтың юбилей программаһы менән Дыуан, Салауат, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарында сығыш яһаны.

Театрҙа йыл дауамында тиерлек төрлө ижади ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булып торҙо. Әйтәйек, март айында М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының тәү тапҡыр сәхнә күреүенә 50 йыл тулыу билдәләнде. Быйылғы миҙгелдә театр коллективы Өфөгә гастролгә килгән Мәскәүҙең «Сатирикон» театрының художество етәксеһе — Константин Райкин һәм Ислам Республикаһы Ирандан килгән делегация вәкилдәре менән осрашты. Быйылғы миҙгелдә коллегаларыбыҙ: директор урынбаҫары Радик Сафин һәм актриса Рәзифә Динмөхәмәтова маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

23 декабрҙә Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Б.х.а.Светлана Хәкимова үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.

Миҙгелдең тағы бер ҡыуаныслы ваҡиғаһы — апрель айында Театр янында эшләп килгән «Самрау» Балалар театр студияһының тәүге премьераһы донъя күрҙе һ.б.

Ғөмүмән, 94 - се ижад миҙгеле театрыбыҙ йылъяҙмаһына күп кенә сағыу биттәр яҙҙы. Күп эштәр эшләнгән, ә алда тағы ла күберәге. Мәҫәлән, 2-8 июнендә Ҡазанда Төрки телле театрҙарҙың III Халыҡ-ара «Нәүрүз» театр-белем биреү форум-фестивале буласаҡ. Театр әле ошо форумға әҙерләнә. Алда бихисап юбилей саралары: юбилей спектакле, баш ҡалабыҙ Мәскәүгә ҙур гастролдәр, юбилей айҡанлы китап сығарыу һ.б.

Беҙ тамашасыларҙы ихлас күңелдән тағы ла ҡыҙығыраҡ , ваҡиғаларға бай яңы миҙгелдә көтөп ҡалабыҙ!