Яңылыҡтар

97- се ижад миҙгелен ябыу тантаналары

Театрҙың сираттағы миҙгеле 18 майҙа ябыла. Был көндө кисен 18.00 сәғәттә коллектив өсөн күркәм йолаға әйләнгән ваҡиға - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалынып, 19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашығында ҙур театрлаштырылған тамаша - «Сәмле ярыш-баттл» концерты тәҡдим ителәсәк. Ә тамаша һуңында, ғәҙәттәгесә, уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәр билдәләнәсәк, төрлө цехтарҙың иң уңған хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк.

18 май – миҙгел ябыу тантанаһы – яратҡан тамашасыларыбыҙ күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырырына ихлас ышанабыҙ.