Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

98-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ ЯБЫҠ, ЙӘЙГЕ МИҘГЕЛ АСЫҠ

Иртәгә, 18 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен яба.

19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Миҙгел ябыу тантанаһы Ғаилә йылына арнала, тамашала бик бәләкәй генә (хатта бер йәше лә тулмаған!) артистар ҙа ҡатнашасаҡ.

Популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә халыҡ яратҡан, тамашасы көтөп алған театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Шулай уҡ был көндө уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәр билдәләнәсәк, төрлө цехтарҙың уңған хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк.

Быйыл да коллектив матур йолаға тоғро ҡаласаҡ: 18.00 сәғәттә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ.

 Быйылғы йылда 98-се ижад миҙгелен” ябыу менән, театр “Йәйге ижад миҙгелен” асасаҡ. Театрыбыҙ барлыҡ тамашасыларҙы, кескәй балаларҙы июнь айы бөткәнсе яратҡан спектаклдәре менән ҡыуандырасаҡ. Тағы ла июнь аҙағында яңы премьера көтөлә. Режиссер Олег Закир улы Ханов, төп ролдә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова.