Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

99-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ ЯБЫҠ!

Бөгөн, 17 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 99-сы ижад миҙгелен япты. Был көндө коллектив тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте. Йәмле май кисендә театр алды майҙанында тамашасыларҙы оркестр ҡаршы алды, һәм дә Башҡорт академия драма театры артистары сығыш яһаны.

Быйыл да коллектив матур йолаға тоғро ҡалды: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Театрыбыҙҙың артистары коллегалары алдында сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе.

Ә 19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр» (ҡуйыусы режиссеры А.Борисов, режиссеры Ф.Гарипов) спектакле күрһәтелде. Спектаклдән һуң уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәре билдәләнде, төрлө цехтарҙың уңған хеҙмәткәрҙәре Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Миҙгел ябылды, әммә театрҙа июнь аҙағына тиклем спектаклдәр дауам итәсәк – Йәйге ижад миҙгеле асыла. Театрыбыҙ барлыҡ тамашасыларҙы, кескәй балаларҙы июнь айы бөткәнсе яратҡан спектаклдәре менән ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ, 27-се июндә яңы премьера көтөлә – Салауат Әбүзәров комедияһы буйынса «Бомба» исемле спектакле. Режиссеры – Фирғәт Ғарипов.

МИҘГЕЛ ЯБЫУ ТАНТАНАҺЫ