Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

99-СЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯБАБЫҘ, ЙӘЙГЕ МИҘГЕЛЕН АСАБЫҘ

17 май –  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 99-сы ижад миҙгелен яба.

Быйыл да коллектив матур йолаға тоғро ҡаласаҡ: 17:30 сәғәттә ябыу тантанаһы алдынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ.

18:10 сәғәттә театр алды майҙанында концерт утәсәк. Концерт программаһында — Башҡорт академия драма театры артистарҙын — Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәүис Заһитов, Алһыу Бәхтиева, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илдар Ғүмәров һәм Светлана Хәкимова — йырҙары. Концерты алып барыусылар — Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева, Рәсәйҙен һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн Башҡорт академия драма театры коллективы башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр» спектаклен тәҡдим итәсәк.

Шулай уҡ был көндө уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәр билдәләнәсәк, төрлө цехтарҙың уңған хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк.

Әйткәндәй, быйылғы йылда «99-сы ижад миҙгелен» ябыу менән, театр «Йәйге ижад миҙгелен» асасаҡ. Театрыбыҙ барлыҡ тамашасыларҙы, кескәй балаларҙы июнь айы бөткәнсе яратҡан спектаклдәре менән ҡыуандырасаҡ. Тағы ла, 27-се июндә, яңы премьера – Салауат Әбүзаров комедияһы буйынса «Бомба» исемле спектакле көтөлә. Режиссер –  Фирғәт Ғарипов.