Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Аһ, Ырымбур шәлдәре! ..

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәи Ҡара юрға» (Т.Ғарипова) мюзиклы Ырымбурҙа үткән Беренсе Волга буйы региональ театр фестиваленең «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булғайны. Театр был номинацияла еңеүсе тип Ырымбур дәүләт университеты студенттарының социология лабораторияһы эше һөҙөмтәһе менән танышҡас билдәләнде, йәғни студенттар тамашасы фекерен һорашып белеште, тауыш бирҙе һ.б. Фестиваль дирекцияһы ошо еңеүе менән Башҡорт академия драма театрын һәм уның художество етәксеһе – спектаклдең режиссеры Олег Хановты ихлас ҡотлап фестивалдең Дипломын һәм ҡиммәтле бүләк – Ырымбур мамыҡ шәлен тапшырҙы. Фестивалдән урап ҡайтҡас артистар «Башҡортостан» телевидениеһының «Сәләм» программаһына интервью бирҙе һәм был ап- аҡ, селтәр биҙәкле, ҡарҙай күпереп күҙҙең яуын алып торған затлы бүләкте Олег Закир улы «Маҡтымһылыу, Әбләй һәи Ҡара юрға» мюзиклында ҡатмарлы ролдәрҙең береһен – Ҡара бейәне уңышлы башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмированың иңенә һалды.

«Мин мюзиклыбыҙҙың фестивалдә уңыш ҡаҙаныуы һәм «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүенә сикһеҙ шатмын, ә художество етәксеһенең һәм туған театрым труппаһының минең эшемде баһалауы менән икеләтә бәхетлемен », - ти Гөлнара Ирнес ҡыҙы.

23_06_2014 070

23_06_2014 073