Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

АҠ ПАРОХОД

Спектакль 2 сәғ. 45 мин. бара

Халыҡ эпосы кимәлендәге мәшһүр «Аҡ пароход» повесында һүрәтләнгән саф күңелле, аҡ фекер донъяһында йәшәгән ете йәшлек малайҙың аяныслы яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Малай Ысыҡкүл буйында урынлашҡан малсылар һәм урмансылар йәшәгән кордонда олатаһы менән көн итә. Бында тағы бер нисә ғаилә бар. «Кис, эште бөтөргәс, олатайым миңә әкиәттәр һөйләй. Уның әкиәттәре төрлө: көлкөлө, бошонҡо, ҡурҡыныс һәм ҡайғылыһы ла бар. Ләкин минең иң яратҡан әкиәтем – Мөгөҙлө инә болан тураһындағы әкиәт», — ти малай.

… Бала өлкәндәр тормошоноң аяуһыҙ ысынбарлығын ҡабул итә алмай, Аҡ пароход – ап-аҡ хыялы артынан мәңгелеккә йөҙөп юғала…