Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Айрат Абушахманов — «Түңәрәк өҫтәл»дең ҡатнашыусы

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов 1 ноябрҙә Ижевск ҡалаһының Дәүләт рус драма театрында үтәсәк “Алтын битлек” — Ижевскийҙа” фестивале сиктәрендә уҙған Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ.

Рәсәй театрҙары вәкилдәрен һәм сәнғәт әһелдәрен осраштырған был “Театр һәм Ҡала” исемле Түңәрәк өҫтәлдә йәшәү өсөн уңайлы булған ҡала мөхитен тыуҙырыуҙа театрҙың роле, театрҙың дөйөм ҡала һәм айырым төркөмдәр, мәҙәни проекттар менән эшләүе, ҡаланың тарихы һәм мифологияһы, менталлеге менән эшләү темалары ҡараласаҡ.

Айрат Абушахмановтың “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектакле “Алтын битлек” — Ижевскийҙа” фестивалендә 8 ноябрҙә Удмурт Республикаһының Дәүләт рус драма театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк.