Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Алмас Әмиров Литванан телефон аша — Литвалар: « Бик шәп! Круто!», тине

9 апрелдә Литваның Паневежис ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара театр фестивалендә Башҡорт академия драма театрының «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссер Л.Зайкаускас) моноспектакле ҙур уңыш ҡаҙанды. Спектакль ”MENAS” театры сәхнәһендә уҙҙы. Төп ролде (бер генә роль) башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Амиров кеҫә телефоны аша үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште:

- Литва тамашасыһы өсөн беҙҙең спектакль көтөлмәгән асыш булды. Мин литваларҙың спектаклде иҫ киткес ихлас һәм аңлап ҡбул итеүҙәренән һаман «иҫемә килә алмайым». Режиссер Л.Зайкаускас алдан: « бындағы тамашасы һеҙҙекенән саҡ ҡына икенсерәк, улар, оҡшай икән, кисерештәрен ярып һала», - тиһә лә, был тиклемде көтмәгәйнем . Аяғүрә оҙаҡ алҡыштан, әллә нисәмә тапҡыр саҡырып сығарыуҙан, ҡул сабыуҙан, «браво» ҡысҡырыуҙан (шаяртып) театр стеналары емерелмәһә генә ярар ине, тип ҡурҡып торҙом хатта...

Фестиваль спектаклдәренән тыш Алмас Хәдис улы ҡаланың иҫтәлекле урындарында булыуы, барыһы ла бик оҡшауы хаҡында ла еткерҙе.

12 апрелдә фестивалдең һуңғы спектакле - ”MENAS” театры спектакле.

plakatas 2014 festivalis