Яңылыҡтар

АЛМАС ӘМИРОВ МЕНӘН ИЖАДИ ОСРАШЫУ

«Театр+» проекты сиктәрендә театрҙың Көрән залында Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров менән ижади осрашыу үтте. Алмас Хәдис улы киләһе премьераға әҙерлек тураһында һөйләне. «Зәңгәр томандар артында…» лирик комедияһының режиссеры — Алмас Әмиров үҙе, ә  авторы — инде беҙгә таныш йәш драматург Ангиза Ишбулдина. Ул Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесының сәхнә версияһын әҙерләгәйне.

«Зәңгәр томандар артында…» спектакленең премьераһы 18 марта үтә.