Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Алмас Әмиров – Олимпиада утына ҡағылды

20, 21 декабҙә баш ҡалабыҙ 2014 йылда үткән XXII ҡышҡы Олимпиада уйындарының Эстафетаһын ҡабул итте. Өфөлә иһә Эстафетаның оҙонлоғо 90 саҡрым тирәһендә. Әйтергә кәрәк, Республикабыҙ тарихында Олимпиада уты тәүге тапҡыр!

Шулай итеп, Олимпиада уты ҡулдан-ҡулға күсеп, 21 декабрь көнөндә Алмас Әмировҡа ла килеп етте. Алмас Хәдис улы әйтеүенсә, был сара бик күңелле, юғары тантаналы кимәлдә үтте. Әлбиттә, ҡыуаныслы, серле тулҡынланыу хистәре лә «йүгеренкеләгәйне». Үтә һыуыҡ көнгә ҡарамаҫтан, бихисап күп кеше йыйылғайны, барыһы ла ҡыуанып, фото/видеоға төшөрәләр ине.

Донъяла иң танылған Уттың өлөшөнөң театрыбыҙға ҡағылыуы –күркәм ваҡиға һәм ғорурлыҡ!