Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Алтын битлек» — Ижевскийҙа» фестивале сиктәрендә Түңәрәк өҫтәл үтте

Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов Ижевск ҡалаһының Дәүләт рус драма театрында үтәсәк «Алтын битлек» — Ижевскийҙа» фестивале сиктәрендә уҙған Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.

Рәсәй театрҙары вәкилдәрен һәм сәнғәт әһелдәрен осраштырған был «Театр һәм Ҡала» исемле Түңәрәк өҫтәлдә йәшәү өсөн уңайлы булған ҡала мөхитен тыуҙырыуҙа театрҙың роле, театрҙың дөйөм ҡала һәм айырым төркөмдәр, мәҙәни проекттар менән эшләүе, ҡаланың тарихы һәм мифологияһы, менталлеге менән эшләү темалары ҡаралды.