Яңылыҡтар

АЛТЫН БИТЛЕК ПРЕМИЯҺЫНЫҢ ТАНТАНАЛЫ ТАПШЫРЫУЫ ҮТТЕ

Кисә, 15 апрель, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Антигона» спектакле «Алтын битлек» Рәсәй милли театраль премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Тантана Мәскәүҙең Ҙур Театрында уҙҙы. 774 спектакль араһынан беҙҙең театр хатта ете номинация дәғүә итә ине.
Хәтергә төшөрәйек - «Алтын битлек» 1993 йылда Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан булдырыла. Быйылғы Алтын битлек афишаһын төҙөү өсөн ике эксперт комиссияһы (музыкаль театрҙар буйынса, драма һәм ҡурсаҡ театрҙары буйынса) Рәсәй буйлап 774 спектакль ҡарай һәм араларынан художество яғынан иң яҡшы тип табылған 54-ен һайлап ала