Яңылыҡтар

«АНТИГОНА» САҠЫРА!

16 мартта (шәмбе) 18:00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Антигона» (Ж.Ануй) спектакле. Спектакленең режиссеры – Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев.

Ҡуйыусы төркөмдә: рәссам – Альберт Нестеров, яҡтыртыусы рәссам – Илшат Саяхов, руссанан башҡортсаға тәржемә авторы – Факил Мырҙаҡаев.

Ролдәрҙә: Лилиә Ғәлина, Зилиә Ситдиҡова, Олег Ханов, Илсур Байымов, Гөлназ Хайсарова, Гөлмирә Исмәғилева, Алһыу Ғәлина, Айнур Ситдиҡов, Азамат Ғафаров, Илдар Сәйетов, Юнир Ҡоланбаев, Алмас Әмиров.

«Антигона»  спектакле Төрки халыҡтарҙың «Нәүрүз» Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты (Ҡазан, 2017), «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашты һәм 4 номинацияла еңеү яуланы (Өфө, 2017) һәм «Алтын битлек» Рәсәй милли театраль Фестивале-премияһына 7 номинацияла дәғүә итте (Мәскәү, 2018).

Ошо спектаклдә төп ролде башҡарыусы,  «Туғанлыҡ»та  «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияла еңеүсе, «Алтын битлек» Премияһы номинанты Лилиә Ғәлина спектакль тураһында тәьҫораттары, уйҙары менән уртаҡлашты.

«Беҙ Антигонаны героиня итеп түгел, ә үҙенсәлекле эске донъяһы булған кеше күрһәтергә тырыштыҡ. Ул төрлө яҡтан күрһәтелгән – сәйер, ҡурҡаҡ бер үк ваҡытта ҡыйыу, сабыр һуғышсан ҡыҙ… Әйткәндәй, мин эш башлағанда, бик ныҡ тулҡынландым, сөнки Антигона — режиссер Фәрит Бикчәнтәев менән беренсе эшем булды. Фәрит Рәфҡәт улы беҙҙен өсөн ихлас ижади мөхит булдырҙы. Спекталде сығарғанда беҙ бөтәбеҙ бер бөтөн булып йәшәнек!», – тине Лилиә.

 

Билеттар театр касаһында: 8(347)272-35-33. Электрон билет алыу: http://bashdram.ru/repertoire