Яңылыҡтар

Ауыр юғалтыу

Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәте, драматургияһы һәм театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Арабыҙҙан 67-се йәшендә күренекле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Дәүләт Һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Миңлемулла улы Бүләков китеп барҙы.

Ф.М.Бүләков 1948 йылда Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтынан һуң респбликаның төрлө матбуғат баҫмаларында эшләй. Флорид Бүләков 20 – нән ашыу пьеса, шулай уҡ “Ай ҡыҙы” тәүге башҡорт телесериалының авторы. “Таштуғай”, “Камикадзе”, “Онотолған доға”, “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!”, “Әбейҙәргә ни етмәй?”, “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?”, “Бибинур,ах,Бибинур!”, ”Шайморатов — генерал”, “Мөхәббәт ҡарағы” һәм башҡа бик күп пьесалары республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө театрҙары сәхнәләрендә ҙур уңыш менән барҙы һәм бара. Ул “ Мөхәббәт йондоҙо” ( комп. С.Низаметдинов) исемле тәүге башҡорт рок-операһының либретто авторы. Флорид Бүләковтың пьесалары Рәсәйҙең, Украинаның, Ҡаҙағстандың, Белоруссияның, Монголияның, Төркмәнстандың, Литваның 150- нән ашыу театрында, шулай уҡ алыҫ сит илдәрҙә лә барғаны билдәле.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Флорид Миңлемулла улының пьеасаһы буйынса тәүге спектакль — “Ҡанатланып ос, һин Толпарым!” 1990 йылда ҡуйыла (режиссеры — Рифҡәт Исрафилов). Артабанғы йылдарҙа – “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?”(1992), “Талаҡ -талаҡ”(1992), “Әбеҙәргә ни етмәй?” (1993), “Бибинур, ах, Бибинур!” (1995), “Шайморатов –генерал” (1998), “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы” (2000), “Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..” (2007), “Һөйөү сәғәте һуҡҡанда” (2008) һәм башҡа төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре ҡуйылды.
Ижадташыбыҙ, рухташыбыҙ, театрыбыҙҙың дуҫы, талантлы драматург, һоҡланғыс кеше, фекер эйәһе, алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙҙың ваҡытһыҙ донъя ҡуйыуы беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Мәрхүмдең яҡындарының, ҡәләмдәштәренең, күп һанлы тамашасыларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ Флорид Бүләковтың яҡты рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Флорид Бүләков менән хушлашыу 20 ғинурҙа

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында була (2 — се ҡат, фойе).

11.00 сәғәттә башлана.

 

Ҡайғыбыҙҙың юҡ сиге …

Йә, хоҙай, ошо тиклем юғарылыҡ, тәрән зиһен, һәләт, оҫталыҡ…
Был көтөлмәгән ҡайғыға әле һаман күңел ышанмай… Флорид кеүек шәхестәргә үлем ҡағылырға тейеш тә түгелдер кеүек, тик, йәшәү ҡанундары аяуһыҙ. Флоридтың ауырығанын да белә инек, (ә күңеллдә һаман: кем ауырымай ҙа, кем һыҙланмай..) тик был ваҡиғаға беребеҙ ҙә әҙер түгел инек.
Иҫкә төшөрөп, хәтерләп ултырҙыҡ: беҙ Флорид Миңлемулла улының песаларында иң күп уйнаған актрисаларҙан икәнбеҙ. Бөгөн дә сәхнәлә барған «Мөхәббәт ҡарағы», «Хыял диңгеҙе» спектаклдәрендә йөҙөп уйнайбыҙ. Төрлө йылдарҙа Флорид беҙгә тәрән йөкмәткеле, шундай матур пьесалар килтерҙе, уларҙы талантлы режиссерҙар ҡуйҙы. Флоридтың пьесалары бөгөнгө көндә Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ — ара кимәлдә, алыҫ сит илдәрҙә лә береһе -артынан береһе ҡуйылып тора. Авторҙың бай фәлсәфәһенә, фекеренә талантына иғтибар итмәгән театрҙар һирәк. Бына, вафат булған көнөндә лә Мәскәүҙә Малый театр сәхнәһендә барған гастроль сиктәрендә Ғ.Камал исемендәге Татар академия театрының Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» әҫәре уйналды. Шундай ябай ғына исем, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тормош ваҡиғалары артында ғәжәйеп тәрән фекер ята уның һәр пьесаһында.
Флорид Бүләков республикабыҙҙа бөгөнгө көндә иң әүҙем, иң абруйлы драматургтарҙың береһе булды. Бик ипле, тыйнаҡ, интеллигент кеше булды ул. Ябай ҙа, бөйөк тә ине. Әйтәһе һүҙенең яртыһын да әйтергә, яҙаһы әҫәрҙәренең бик күбен яҙырға өлгөрмәй, үкенесле рәүештә иртә китте… Ауыр тупрағың еңел булһын, Флорид! Киләсәк быуындарға матур мираҫ ҡалдырҙың. Беҙ һине бер ҡасан да онотмабыҙ. Ижад юлыбыҙҙың бер арауғын йәйғор төҫтәренә мансып, балҡытып, нурлап үтеүең өсөн рәхмәт! Урының ожмахта булһын!

Гөлли Мөбәрәкова,
Нурия Ирсаева,
Эльвира Юнысова

florid_big