Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«АЯҠТАРЫМДЫ ЮҒАЛТТЫМ, ӘММӘ ҮҘЕМДЕ ЮҒАЛТМАНЫМ»

«Эҙләнем, бәғерем һине...» спектаклен Паралимпия уйындары спортсмены Рөстәм Нәбиев килеп ҡараны. Аҙаҡ ул үҙенең фекерҙәре менән бүлеште. «Ҡайһы бер урындарында күҙҙәрем йәшләнеп китте. Сөнки һөйләнелгән тарих миңә үтә лә яҡын. Мәҫәлән героиняға ярҙам ҡулы һуҙғанда ул ҡырҡа ҡаршы килә. Мин дә үҙ ваҡытында атайымдың «Барыһы ла яҡшы буласаҡ», тип йыуатыуын кире ҡаға инем. Йыш илай торған инем. Ваҡыт үткәс кенә ошо минең яҙмышым, икенсе төрлө булыуы ла мөмкин түгел икәнлеген аңланым. Әле мин тулы ҡанлы тормош менән йәшәйем. Эргәмдә һөйгән ҡатыным, яратҡан ҡыҙым бар. Ә бит минең иҫән ҡалмауым да ихтимал ине, сөнки иң күп яралар миндә булды. Шуға ла мин рәхмәтлемен. Аяҡтарымды юғалттым, әммә үҙемде юғалтманым».

«Бөгөнгө кистә ысын тормош менән театр сәнғәте шул тиклем тығыҙ бәйләнештә, әле беҙ спектаклде ҡарағандан һуң катарсис түгел, ә кешенең рух бөйөклөгөнә һоҡланыу кисерәбеҙ. Мин Рөстәмдең бөгөн беҙҙең менән спектакль ҡарауына шул тиклем рәхмәтлемен, сөнки ул театр сәнғәтен, беҙҙең спектаклде тағы ла бер баҫҡысҡа бейегерәк күтәрҙе. Бөгөн театраҙа тамашасыларыбыҙ йөрәгенә үтеп инерлек, уларҙың кисерештәрен сағылдырырлыҡ әҫәрҙәр тыуа икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юл менән барабыҙ», - тине театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов.

2015 йылдың 12 июлендә Омскиҙа булған фажиғәне хәтерләйһегеҙҙер: казарма емерелеп төшөп, 24 һалдат һәләк булды, 18 кеше яраланды. Ғүмерлеккә ғәрип ҡалғандар араһында Башкортостандың Саҡмағош районы егете Рөстәм Нәбиев тә бар.