Яңылыҡтар

«БӘХЕТ ХАҠЫ» СПЕКТАКЛЕ — СӘХНӘЛӘ 100-СЕ ТАПҠЫР!

"Бәхетле булыр өсөн, кемделер бәхетле итергә кәрәк!" Был матур һүҙҙәрҙе белмәгән кеше юҡтыр бөгөнгө көндә. Нәҡ ошо һүҙҙәр "Бәхет хаҡы" спектакленең үҙәгендә торалыр.

Берсә илһамландырған, берсә сихри нурға сорнаған был мелодрамаға халыҡ ағылып йөрөй. Хатта фойеға анһат ҡына үтеп булмай. Спектаклде күрергә ашҡынып килеүселәр ишеккә ябырыла, әммә билеттар бөткән...

Бәхет - бына ошолор инде, нисәмә йылдар буйы аншлаг менән барған "Бәхет хаҡы" спектакле  24 февраль көнө театрыбыҙҙың сәхнәһендә 100-се тапҡыр уйналасаҡ.