Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«БӘХЕТ ХАҠЫ» СПЕКТАКЛЕНӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

ЛЕГЕНДАР МӨХӘББӘТ ДУЭТЫ – Фидан ҒАФАРОВ һәм Нурия ИРСАЕВА!

10 СЕНТЯБРЬ 19:00 СӘҒӘТТӘ «БӘХЕТ ХАҠЫ» спектакле! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә күреп ҡалағыҙ!

«Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы Хәлисә Мөҙәрисованың повесы нигеҙендә ҡуйылған. Айрат Абушахмановтың был спектакле инде йөҙҙән ашыу тапҡыр сәхнәлә уйналды. Легендар мөхәббәт дуэты – Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаева – бөгөн дә тамашасыларҙы таң ҡалдыра. Йырға, бейеүгә бай, моңло спектакль йәштәр өсөн дә, уларҙың ата-әсәләре өсөн дә матур күңел байрамы.

Спектаклгә билеттар алдан уҡ алынып бөтөлөүе ихтимал. Урындарҙы алдан уҡ хәстәрләп ҡуйыу хәйерле.

КАССА: 8(937)2723533 . Билет алыу театр сайтында http://bashdram.ru/repertoire
16+