Яңылыҡтар

Бөгөн Ғәзим Туҡаевтың тыуыуына 110 йыл

Бөгөн Башҡорт АССР-ның һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы Туҡаевтың тыуыуына 110 йыл.

Ғәзим Туҡаев 1909 йылдың 14 мартында Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Айыухан ауылында ете класты тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып Ликбезда уҡыта, урында наҙанлыҡты бөтөрөү эшендә, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә актив ҡатнаша. Комсомол ячейкаһы секретары вазифаһын ихлас үтәй. (Яңы Йәнбәктә К.Тинчуриндың «Һуңғы йондоҙҙар»ын сәхнәләштерә).

Заманына күрә ҙур ғына белемгә эйә булған егет ауыл йәштәре араһында үҙенеңтеремеклеге, йыр-бейеүгә, һүҙгә  оҫта булыуы менән айырылып тора. Ауылда йәштәр менән концерттар ойоштора, төрлө кисәләрҙә сығыш яһай, бигерәк тә  скрипкала уйнарға ярата ул. Ғәзимдең скрипка моңон ауылдаштары ихлас тыңлап егеттең киләсәктә артист буласағын юрайҙар. Ғ.Туҡаев профессиональ артистарҙы тәүге тапҡыр Боҙаяҙ ауылында һабантуйҙа күрә. Өфөнән килгән театрҙың «Ашҡаҙар» пьесаһына, башҡарыусыларҙың оҫталығына хайран ҡала.

Шулай итеп, ауылдаштары һәм батрачком рәйесе тәҡдиме менән Ғәзим Өфөгә, сәнғәт техникумының музыка бүлегенә уҡырға килә, әммә йәштән ауыр хеҙмәт күреп үҫкән, музыкаға уҡырға йәше лә үтеп барған  егетте имтихан алыусылар скрипкасы булыу хыялынан кире һыуындыра — Ғ.Туҡаевтың дәрт-дарманы, күңел хистәре ярһып-ташып торһа ла, бармаҡтары инде моңло күңеленең һәр ауазын биреп еткерә алмай. Уға театр бүлеген һайларға тәҡдим итәләр.

Театр бүлегендә Башҡорт сәнғәт техникумында бер йыл уҡығандан һуң Ғәзим Туҡаев М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына стажер итеп алына. 1931 йылдан алып Ғ.Туҡаев театрҙа эшләй башлай, бер үк ваҡытта уҡыуын да дауам итә. Техникумды тамамлап (М. А. Мәһәҙиев, В. Мортазин-Иманский курсы) ул бөтөнләйгә театр артисы булып китә, ә был мәл коллективта режиссерҙар М.Мәһәҙиев, В.Мортазин-Иманский, Б.Имашев, артистар Ғ.Минһажев, Ә.Зөбәйеров, Ғ.Ҡарамышевтар эшләй һәм улар Ғ.Туҡаевты һис шикһеҙ һәләтле артист тип билдәләй, яуаплы ролдәр биреүҙән ҡурҡмай.

Тамашасы хәтерендә «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Ҡазый менән «Таңсулпан»дағы Ишмай, «Мылтыҡлы кеше»ләге Шадрин һәм «Яңғыҙ ҡайын» пьесаһында шофер Шаһи ролдәре һ.б. бик күптәр.

Ғәзим Туҡаев – Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969),  «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы Туҡаев 1981 йылдың 7-се ноябрҙә вафат булған.