Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
30май
АНТИГОНА
Яңылыҡтар

Бөгөн  — «Әлифбанан бер себеш» өҫтәмә рәүештә

Театрыбыҙҙың Бәләкәй сәхнәһендә «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссеры - Л.Зайкаускас) спектакле "Менас" Халыҡ-ара моноспектаклдәр фестиваленә (Паневежис, Литва) юлланыр алдынан өҫтәмә рәүештә күрһәтелә. Спектаклдән һуң «Театр+» форумы сиктәрендә баш ҡаланың мәҙәни ойошмалары һәм уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле хаҡында фекер алышыу була, спектаклде башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.

Спектакль 19.00 сәғәттә башлана.