Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Бөгөн Гөлли Мөбәрәковаға 83 йәш тулыр ине

9 сентябрь – СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың тыуған көнө. Уға 83 йәш тулған булыр ине…

11 сентябрҙә 15.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Гөлли Мөбәрәкова иҫтәлегенә «Из-под шапки-невидимки» китабының исем туйы театр музейында үтәсәк. Китап авторы – Владимир Жеребцов.