Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Бөгөн – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

Бөгөн, 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Был көндө 78 йыл элек немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Немец тарихсылары яҙыуынса, һөжүм итеүселәр фанатик рәүештә алышҡан совет һалдаттары тарафынан ныҡ ҡырыла.

Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. өсөн Республиканан 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Шулай башланып киткән был аяуһыҙ һуғышта халҡыбыҙ еңеп сыға. Һуғыш башланған көн 1996 йылдан бирле Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Һәм 2019 йылдың 22 июнендә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә бәйле Өфөлә иҫтәлекле мәҙәни саралар үтә.

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә театрыбыҙҙың һәр бер ағзаһы Совет һалдаттарының, илебеҙ халҡының ҡаһарманлығы алдында тағы бер ҡат баш эйә.

Булмаһын һуғыш! Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ!