Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 75 ЙЫЛЛЫҒЫНА ЯҢЫ ПРЕМЬЕРА!

1-се мартта Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса «Шәмсетдин һәм Шәмсура» исемле яңы спектакль сәхнәгә сығасаҡ.

…Һуғыш бер кем менән дә иҫәпләшмәй. Госпиталь. Ауыр яраланған һалдаттар. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ хәстәре, тигәндәй. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен, үҙ йортон һағына. Тома һуҡыр ҡалған Шәмсетдин дә, һуғыш ҡалдырған яралары төҙәлер, бәхете булыр, тип өмөтләнеп: “Ҡатыныма һоҡланып туя алмайым, ул бер ҡасан да мыжып, ҡурҡып тормай, ҡатынымдан уңдым, егеттәр, Аллаға шөкөр” – тип маҡтанып ала башҡалар алдында.

Шәфҡәт туташы Шәмсура аша яҙған хаттарына яуап килмәһә лә өмөтөн юғалтмай ул, әммә тыуған яҡҡа ҡайтыу менән барыһы ла аңлашыла… Шәмсетдиндең тән яраһына ҡарағанда, йән яраһы нығыраҡ әрней. Ул яраларҙы нисек уңалтырға? Бәхетле булырға өмөт бармы?

Проекттың художество етәксеһе Айрат Абушахманов. Ҡуйыусы режиссер — Хөрмәтулла Үтәшев, рәссам — Альберт Нестеров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, музыкаль биҙәлеш — Урал Иҙелбаев.

Шәмсетдин ролендә — Морат Рафиҡов, Шәмсура — Милена Сираева. Шулай уҡ, спектаклдә ҡатнашалар: Х.Үтәшев, А.Әмиров, А.Бәхтиева, Г.Рафиҡова, А.Шәмсетдинов, А.Йосопов, Р.Ғәлимов, А.Вәлитов, Ә.Зәһиҙуллина.

Спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтеләсәк.