Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашты!..

Яңы йыл — мөғжизә көткән осор. Был мәлдә беҙ бер-беребеҙгә матур бүләктәр менән бергә ихлас йылмайыу, күңел йылыһын да өләшәбеҙ. Һәр йылдағыса Башҡортостан Республикаһы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алған балаларға байрам саралары ойошторҙо. Беҙҙең театр ҙа ошо сараларҙы уҙғарыуҙа әүҙем ярҙам күрһәтте.

Быйылғы йылда сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн айырыуса иҫтәлекле булды – бер төркөм балалар 27 декабрҙә В.Комаров исемендәге балалар ижады һарайында үткән Яңы йыл балында ғаиләләре менән ҡатнашты һәм 29 декабрҙә төрлө район һәм ҡалаларҙан килгән балалар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән байрам сараларында күңел астылар, «Mouse story» әкиәтен ҡаранылар.

Яңы йыл байрамдары уларҙың күңелдәрендә йылы тәъҫораттар ҡалдырҙы, айырыуса баш ҡалаға тәүге тапҡыр килгән балалар үҙҙәренең хыялдары тормошҡа ашыуына шат инеләр.

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашты

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашты

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашты