Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Балтиҡ диңгеҙенә ҡарай

«Әлифбанан бер себеш» Паневежис (Литва) ҡалаһына «осор» алдынан өҫтәмә рәүештә

28 март көнө «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) спектакле өҫтәмә күрһәтелә. Пьесаны сәхнәгә ҡуйыусы - режиссер Линас Зайкаускастың тауған ерендә - Литвала үтәсәк Халыҡ - ара моноспектаклдәр фестивалендә Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Башҡорт академия драма театры исеменән сығыш яһау моноспектаклде башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров өсөн икеләтә яуаплылыҡ. Шуға ла ул, алыҫ сәфәргә юлланыр алдынан, тағы бер ҡат яратҡан тамашасыһының фатихаһын алып, ә үҙенә ҙур театр форумы алдынан генераль репетиция уҙғарып, театр һөйөүселәрҙе шатландырып китергә булды.

Был көндө спектаклдән һуң «Театр+» форумы сиктәрендә баш ҡаланың мәҙәни ойошмалары һәм уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле хаҡында фекер алышыу була, артист тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.

Беҙ А.Х.Әмировҡа хәйерле юл һәм фестивалдә уңышлы сығыш яһауын теләйбеҙ.

Спектакль театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә 19.00 сәғәттә башлана.