Яңылыҡтар

Барығыҙ ҙа «Театр төнө»нә! Серле, мөғжизәле тылсым иленә!

Башҡорт академия драма театрында «Театр төнө» акцияһы тәүгеһенән дә сағыуыраҡ буласаҡ!

26 сентябрь 18.00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры майҙаны күңелле, шат көйҙәр, төрлө кейемдәрҙә тамашасылар араһына сыҡҡан сәхнә геройҙары, театрыбыҙға килгән бик күп ҡунаҡтар менән гөр килеп торасаҡ!

«Театр төнө» акцияһы өсөн махсус әҙерләнгән программа бай һәм бик тә ҡыҙыҡлы. Сараға килгән һәр тамашасы төрлө спектаклдәрҙән персонаждарға үҙенең һорауын биреп, улар менән аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшә, премьера спектаклдәренә билеттар уйнатылған конкурстарҙа ҡатнаша ала.

Театр майҙанында уҙғарыласаҡ «флеш-моб»тан һуң, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙҙы театр фойеһында «Театр тарихы» тип аталған музей күргәҙмәһе көтә.

Ә музыка һөйөүселәрҙе тамаша залында 19.00 сәғәттә иҫ китмәле театраль шоу – концерт программаһы көтә! Театраль концерт бик мауыҡтырғыс, шаян йырҙар, күңелле уйындар менән үрелеп барасаҡ.

20.00 сәғәттә «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) моноспектаклендә төп ролде башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров үҙенең тамашасыларын Бәләкәй залда көтә. Спектаклдән һуң «Театр+» мәҙәни - белем биреү проекты сиктәрендә тамашасы менән интерактив һөйләшеү уҙғарыла.

Был мауыҡтырғыс сараның тулы программаһын театрҙың электрон сайтында күрергә мөмкин. Ә беҙҙең яратҡан тамашасыларыбыҙға тиҙҙән уҙғарыласаҡ бай, матур тамашаны килеп күрергә генә ҡала.

Официальный сайт театральной ночи: thnight.ru

299eb15a4a1333b6d790939598b0d94c

PROGRAMMKA_TEATRAL_NAYa_NOCh