Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Башҡорт академия драма театры коллективы халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

12-15 июндә баш ҡалабыҙҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙасаҡ. Ошо дүрт көн эсендә Өфөнөң  Конгресс-холл  амфитеатрында төрлө мәҙәни сараларҙы ҡарарға һәм унда ҡатнашырға  мөмкин. 12 июнь Милли кейеме көнөнә бағышлана. Был сара барышында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Милли кейем байрамында ҡатнашалар. Ҡатнашыусылыр 18:00 сәғәттә Башҡорт драма театры янына йыйыла һәм амфитеатр яғына атлайҙар. Һәм ошонда, амфитеатр сәхнәһендә, тамашасыларҙы «Арғымаҡ» һәм «Ингервала» төркөмдәре ҡатнашлығында концерт көтә. Сәғәт 8-ҙә Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестивале асыла. Фестивалдең беренсе көнөндә Би 2 төркөмө сығыш яһай һәм Ҡала көнө уңайынан фейерверк була.