Яңылыҡтар

Башҡорт дәүләт академия драма театры рәсми рәүештә 2014 — Мәҙәниәт йылын асты.

22 февраль көнө Башҡорт дәүләт академия драма театры рәсми рәүештә 2014 - Мәҙәниәт йылын асты. Был тантаналы ваҡиға сираттағы премьера - Игорь Герман пьесаһы буйынса «Ғәфү ит мине!» спектакле менән билдәләнде. Театр был көнгә төплө әҙерләнде.

Фойела театр музейы архивынан төҙөлгән театрыбыҙҙың 95 йыллыҡ күркәм юбилейына арналған ретроспектив күргәҙмә ойошторолдо. Бында башҡорт сәхнәһенең мәшһүр артистарының фотоһүрәттәре, театр тарихының иң мөһим ваҡиғалары күрһәтелде.

Картиналар галереяһында ла өр-яңы һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асылды. Заманса сәнғәт үҙәге «Облака» тамашасыны хәҙерге осорҙа ижад иткән рәссамдарҙың картиналары менән таныштырҙы (Наталья Сюзева, Филарет Шәһәбетдинов, Игорь Карлов).

Ә инде театр оркестры менән берлектә башҡарылған музыкаль-поэтик кисә тамашасыны премьера спектакленең лирик атмосфераһына әҙерләп, бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы. Шиғырҙарҙы күренекле театр артистары уҡыны: Илсөйәр Ғәзетдинова, Миңзәлә Хәйруллина, Юлиә Ғәләүетдинова, Гөлмирә Исмәғилева.

Һәм, әлбиттә, Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мәҙәниәт йылын асыу программаһының төп сараһы – «Ғәфү ит мине!» (И. Герман) мелодрамаһы - тамашасының алҡыштарына күмелеп, уңышлы үтте. Талантлы ижади төркөм башҡарған (режиссеры - Олег Ханов, рәссамы - Альберт Нестеров, композиторы - Ләйсән Шәрипова; артистарҙан - Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Алһыу Ғәлина - Ғафарова, Ирек Булатов, Милена Сираева, Зилиә Хәлилова, Лилиә Ғәлина) был спектакль кешеләрҙең бер-береһе менән, яҡындары, балалары, һөйгән йәрҙәре менән аралашыу мәҙәниәте, тимәк, йәшәү һәм тормош хаҡында.

Мәҙәниәт йылында театрҙа бик күп мәҙәни саралар үткәрелеүе планлаштырылған. Туған телгә, сәнғәткә һөйөү, күңелдә рух тәрбиәләгән, театр сәнғәтен пропагандалауға, тамашасылар һанын арттырыуға йүнәлтелгән бай йөмәткеле саралар төрлө быуын тамашасылары өсөн буласаҡ.

Мәҙәниәттебеҙҙе бергә үҫтерәйек, дуҫтар!