Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ ЩЕПКИНДАРЫ

Бөгөн беҙҙең студенттар — М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында (институт) уҡып йөрөгән Башҡорт студияһы тәрбиәләнеүселәре Мәскәүгә юлға сыҡты. Уларҙың кураторҙары — филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фирүзә Исҡужина.

Юлға сығыр алдынан улар менән театр директоры Иршат Фәйзуллин осрашты. Һүҙ уларҙың уҡыуҙары һәм алдағы пландары хаҡында барҙы.

“3 курс студенттары булыуығыҙ менән һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым! Был уҡыу юлында ла һеҙгә уңыштар ғына юлдаш булһын! Уҡыу планын матур итеп үтәп, 4-се курскҡа күсеп, ул курсты ла уҡып бөтөп, беҙгә ҡайтырһығыҙ, тип ышанабыҙ” — тип теләктәрен белдерҙе Иршат Ишбулат улы.

#башдрам #башдрамдыяратам #башдрамвлицах #щепкинцы