Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ СТУДЕНТТАРЫ МЕНӘН ОСРАШЫУ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Малый театр эргәһендәге М.С.Щепкин исемендәге Юғары театраль училище (институт) студенттары менән осрашыу үтте. Осрашыуҙы театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов алып барҙы, унда БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов саҡырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республиканан 18 талантлы бала һайлап алынып, Мәскәүгә уҡырға ебәрелгәйне.

Башҡорт студияһының кураторы Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы Исҡужина студенттарҙың уҡыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Сессияны уңышлы ябыуҙан тыш, балалар институт тормошонда ла актив ҡатнашалар. Калуга ҡалаһында үткән Этнофестивалдә, ГИТИСта уҙғарылған Театраль вуздар конференцияһында сығыш яһағандар. Ә уҡыуҙан бигерәк уңған 9 студент быйыл июлдә Ҡырымға «Таврида» йәйге театраль мәктәпкә саҡырылған.

Студенттар Мәскәүҙән, уҡыуҙан тыуған кисерештәре менән бүлеште, төрлө билдәле театрҙарҙа ҡараған спектаклдәре тураһында һөйләне, етәкселеккә рухи яҡтан үҫергә ошондай мөмкинселек биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Шамил Фаил улы артабан да уҡыу һәм ижади эштә һәр яҡлап ярҙам күрһәтербеҙ, тип ышандырҙы.