Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БАШҠОРТ ТЕАТРЫ – СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ ӨСӨН!

Республикабыҙҙың төп театры менән спортты нимә берләштерә? Әлбиттә, дәрт, дарман, рух, күңел күтәренкелеген театрыбыҙҙың спектаклдәренән дә алып ҡайтабыҙ. Шулай ҙа, халыҡ әйтмешләй, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Бөгөн, 5 июнь М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ғаилә йылына арналған «Әсәйҙәр өсөн күнекмә» тип аталған социаль проекты старт алды.
Сараны танылған шоумен Искәндәр Урманцев һәм үҙебеҙҙең йәш актриса Гөлмирә Исмәғилева алып барҙы. Беҙҙең менән күнекмәләр яһарға почетлы ҡунаҡ – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Паралимпия уйындарында ҡатнашып 8 тапҡыр чемпион исемен яулаған, донъя һәм Европа чемпионкаһы, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, дәүләт наградалары кавалеры Оксана Савченко килде. Физик күнекмәләрҙе “Арена -3000” фитнес клубынан алдынғы инструкторы күрһәтте.
17.30 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем барған сәләмәтлек акцияһында ябай тамашасылар менән бер рәттән беҙҙең театр һәм кино йондоҙҙары, танылған эстрада йондоҙҙары, телевидение алып барыусылары ҡатнашты.

Тамашасыларҙы күңелле музыка, күтәренке кәйеф, шулай уҡ спонсорҙарҙан иҫ китмәле бүләктәр көттө! Төрлө акцияларҙа ҡатнашыу мөмкинселеге булды. Шулай уҡ сараны ойоштороусылар бөгөнгө спектаклгә билетты ташлама менән һатып алыу өсөн купондар таратты.