Яңылыҡтар

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТТЫ ОЛЕГ ХАНОВ УҠЫЯСАҠ

21 апрель сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт университеты региональ диктант яҙыу ойоштора. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С. Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Закир улы Ханов уҡыясаҡ.

Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01-се һәм 02-се аудиторияларында) БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Учалы, Нефтекама филиалдарында, республиканың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең уҡыу йорттарында уҙасаҡ.