Яңылыҡтар

Башҡорт теленән диктантты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыясаҡ

18 май сәғәт 10-да Башҡорт теленән Халыҡ-ара  диктант яҙыу акцияһы үтәсәк. Диктантта 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Канада, Төркиә, АҠШ, Франция,Германия, Бөйөк британия, Ҡаҙағстан илдәрендә йәшәгән башҡорттар ҙа ҡатнашырға теләк белдергән.

Быйыл диктант ике төркөм өсөн айырым әҙерләнгән. Башҡорт телен һәйбәт белгән, әҙерлекле төркөм өсөн диктанттың тексын махсус рәүештә шағир, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр яҙған. Телде яңы өйрәнә башлағандарға Вәкил Хажин менән Әхәт Вилдановтың тексы тәҡдим ителәсәк.

Тексты Рәсәйҙен һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты  Хөрмәтулла Үтәшев уҡый.

Бишенсе йыл рәттән ойошторолған сараға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү талап ителмәй, шулай уҡ исем-шәрифтәрҙе күрһәтеү ҙә мотлаҡ түгел.  Диктантты шулай уҡ онлайн режимда яҙырға мөмкин. Бының өсөн махсус сайтҡа инергә кәрәк.

Туллыраҡ мәғлүмәт бында.