Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЫ ӘМИНӘ ШАФИҠОВА МЕНӘН ОСРАШЫУ

Бөгөн, 29 майҙа, Төрки телле театрҙарҙың VII Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале сиктәрендә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының конференц-залында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән осрашыу үтте.

Осрашыуҙа «Туғанлыҡ» фестиваленең президенты М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов, фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре союзының милли театрҙар кабинеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзының секретаре, режиссер, Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев, «Туғанлыҡ»тың эксперт советтың ағзалары һәм фестивалдең ҡунаҡтары ҡатнашты.

Тулыраҡ мәғлүмәт бында.