Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова Башҡортостан делегацияһы составында Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын уҙғарыуҙағы иң яҡшы тәжрибәне асыҡлау һәм таратыу буйынса региональ конференцияла ҡатнашты

(Чебоксар,18-19 июнь)

Башҡортостандан Мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Й.С.Ильясова, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры А.А.Ибраһимов, һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Г.Х.Маликова составындағы делегация Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы ойошторолған Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын уҙғарыуҙағы иң һәйбәт тәжрибәне асыҡлау һәм популярлаштырыу буйынса округ конференцияһынан ҡайтты.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын уҙғарыу әһәмиәтле сара булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҙәниәт йылының бик ваҡытлы уҙғарылыуын Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла билдәләне. Әминә Ивний ҡыҙы үҙенең сығышында Башҡортостанда мәҙәниәт йылы уңайынан бик күп саралар уҙғарылыуы, шул иҫәптән, сәнғәттең төрлө тармаҡтарын үҫтереү өсөн иң әһәмиәтле проекттарға БР Президенты гранттары бүленеүе, сәнғәт әһелдәренең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ла саралар күрелеүе, балалар музыка мәктәптәренә заманса музыка ҡоралдары алыу өсөн республика бюджетынан субсидиялар бүленеүе, мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлау өсөн өҫтәмә сығымдар бүленеүе хаҡында ла һөйләне. Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Алла Манилова Башҡортостан Республикаһы президентының республика мәҙәниәтенә һәр яҡлап ярҙам итеүен билдәләне һәм республикабыҙҙы Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын уҙғарыу буйынса Рәсәйҙең эталон республикаһы, тип атаны. Пленар ултырышта Мәҙәниәт йылын уҙғарыу буйынса үҙҙәренең тәжрибәләре менән, шулай уҡ, Сауаш, Марий Эл, Мордовия республикалары, Пермь крайы, Ульяновск, Түбәнге Новгород һәм илдең башҡа субъекттары мәҙәниәт министрҙары уртаҡлашты. Конференция сиктәрендә «түңәрәк өҫтәлдәр», мәҙәниәт усаҡтары менән танышыу, Рәсәй мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырыу булды.

Театрыбыҙ артисткаһы Гүзәл Хәсән ҡыҙы Маликова Рәсәй Мәҙәниәт министры В.Г.Мединский приказына ярашлы Мҙәниәт йылы уҙғарылыу уңайынан Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Беҙ Гүзәл Хәсән ҡыҙын ошо мәртәбәле бүләге менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

index