Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов донъянан китте

Бөгөн Өфөлә, оҙаҡ ауырығандан һуң, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитов донъянан китте. 

Мәрхүм менән хушлашыу тураһында өҫтәмә мәғлүмәт бирербеҙ. 

Вәлитов Заһир Суфиян улы Башҡортостан Республикаһының  халыҡ артисы (1984) Рәсәй ФедерацияҺының халыҡ артисы (2000) Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты (1981) 1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1968 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙерге — З. Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлай. 

1970 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһында эшләй.

 

Театр белгестәре араһында эҙләнеүсе, уйланыусы, хатта “актер-эстет” тип танылған Заһир Вәлитов һәр бер геройының характерын, күңел торошон, эске донъяһын аҫтын-өҫкә килтереп, энәһенән ебенә тиклем һәр бер ҡылығын һәм уға этәреүсе мотивтарҙы ентекләп тикшереп, тамашасы алдына драматургтың китап биттәренән атлап сыҡҡан тере кешене баҫтыра. Улар сәхнәлә ҡайнап йәшәй. Тамашасы алҡыштары, тамашасы һөйөүе быға теүәл дәлилдер. Ғүмерҙең ап-аҡ тәүге ҡар яуған миҙгелдәренә килеп туҡталған саҡта, артҡа, үткән юлға ҡарап, эшләнгән эштәргә бәләкәй генә йомғаҡ, киләсәккә хыял-маҡсаттарҙы билдәләйһең. “Үкенмәйем, бәхетлемен” — Заһир Вәлитовтың тормош юлы ла ошо ике һүҙ менән бәйлелер. Үҙе һайлап алған яҙмышты матур итеп, лайыҡлы үтеү ҙә үҙе оло бәхеттер.

«Актер булараҡ мин бәхетле кеше: театрға килгән осором башҡорт драматургияһы сәскә атҡан осорға тура килде. Назар Нәжми, Рафаэль Сафин… Мостай Кәримдең һәр бер пьесаһында уйнаным. Һәр замандың үҙ талабы. Шул осорҙа актуаль булған проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ ярып һалған пьесалар, производство пьесалары сәхнәләштерелде. Уларҙа бик күп ролдәрем булды. Чехов, Островский кеүек классик драматургтар әҫәрҙәрендә лә уйнаным. Һәр бер актерҙың хыялы булған Шекспирҙы ғына уйнарға тура килмәне. Шуныһы әҙерәк ҡыҙғаныс», — тип иҫкә төшөрә дүрт йыл элек Заһир Вәлитов.