Яңылыҡтар

Баш ҡала гастролдәре

8 октябрҙә Мәскәүҙең «Сатирикон» театры сәхнәһендә Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре башланды. Сығыштар Мәҙәниәт йылы һәм театрҙың 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолдо.

Мәскәү тамашасыһына, баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙға театр үҙ репертуарынан заманса, мауыҡтырғыс, премьера спектаклдәрен һәм ҙур концерт тәҡдим итә. Гастролдәрҙе асыу тантанаһындағы тәбрикләү һүҙендә Константин Райкин былай тине: Башҡорт академия драма театры Рәсәйҙә билдәле коллектив һәм беҙҙең театрҙарыбыҙ араһындағы дуҫлыҡ Олег Хановтың «Сатирикон» театрында эшләгән йылдарында уҡ башланды. Шулай уҡ Константин Райкин ике театр араһында алмаш гастролдәр ойоштороу буйынса оҙайлы Килешеүгә ҡул ҡуйылыуы һәм 2015 йылдың көҙөндә «Сатирикон» театрының Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясағын иғлан итеп, гастролдәрҙең уңышлы үтеүен теләне.

Юбилей гастролдәрен асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле А. Шәйнуров, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш.Мырҙабаева сығыш яһаны, сәскәләр бүләк итте. Гастролдәрҙе асыу тантанаһында шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министры В.Р.Мединский һәм Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе А.А.Калягиндың ҡотлау телеграммалары уҡылды.

«Шәүрәкәй» спектакле Мәскәү тамашасыһы тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Туған мәҙәниәтте, туған телде һағынған Мәскәү башҡорттарының ҡул сабыуҙары оҙаҡ тынманы. Тамашасы «Сатирикон» театры фойеһынан оҙаҡ таралышманы.

Икенсе көн «Аҡ пароход» драмаһы уйналды. Спектаклдән һуң Рәсәй Федерацияһындағы Ҡаҙағстан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе Темирбаев Виктор Валерьевич әфәнде театр етәкселегенә Сыңғыҙ Айытматов исемендәге Көмөш миҙал тапшырҙы.

Гастролдәр аҙна аҙағынаса бара һәм 12 октябрҙә театрлаштырылған ҙур концерт менән тамамланасаҡ.