Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Баш ҡалала — юбилей гастролдәре

8-12 октябрҙә Башҡорт академия драма театры 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы баш ҡалабыҙ Мәскәүгә гастролгә бара. Сығыштар «Сатирикон» театрының Ҙур сәхнәһендә була.

Мәскәү – донъя театр мәҙәниәте үҙәге. Бында ҙур ижади проекттар ярала, тормошҡа ашырыла, сәхнә сәнғәтенең заманса алымдары табыла. Театр донъяһында яңы фекер тыуа Мәскәүҙә. Театрҙың баш ҡала театр сәнғәте әһелдәре һәм тамашасылары менән даими бәйләнештә йәшәүе коллективтың профессиональ театр булып ойошҡан тәүге йылдарынан уҡ башлана һәм ул, иң беренсе, Мәкәрим Мәһәҙиев исеме менән бәйле. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Мәскәүгә тәүге гастролдәрен Башҡорт театры 1927 йылда уҡ ойоштора, ә 3 йылдан - 1930 йылда СССР халыҡтары театрҙары һәм сәнғәтенең Бөтә Союз олимпиадаһына саҡырыла. 1955 йылда Театр Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша. 1967 йылда И.Йомағолов пьесаһы буйынса «Нәркәс» спектакле менән Рәсәй драма спектаклдәре смотрына саҡырыла һ.б. Мәскәүгә гастролдәр һуңғы миҙгелдәрҙә 1999, 2004, 2009 йылдарҙа ойошторола.

Бынан 10 йыл элек Мәскәү гастролдәре тамамланғас театр белгесе Татьяна Никольская, «Культура» газетаһында ( 13 октябрь, 2004 йыл) былай тип яҙғайны: «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәренән һуң һеҙҙең ергә барып, унда кешеләр нисек йәшәгәнен күрге килә. Әгәр театрҙы тормош көҙгөһө, тип атаһаҡ, күңелдә: башҡорт театры спектаклдәренә шул тиклем рухи таҙалыҡ һәм оптимизм ҡайҙан килә икән, тигән һоҡланғыс һорау уяна».

Был юлы ла Башҡорт академия драма театры Мәскәү тамашасыһына, унда йәшәгән милләттәштәребеҙгә һуңғы йылдарҙа донъя күргән, респбулика театр мәҙәниәтендә ваҡиға булып ҡабул ителгән спектаклдәрен тәҡдим итә. Улар «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов, реж. А.Абушахманов) музыкаль комедияһы (8 октябрь), «Аҡ пароход» ( С.Айытматов, реж. О.Ханов) драмаһы ( 9 октябрь), «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури һәм Ф.Достоевский әҫәрҙәре мотивтары буйынса, режиссеры – А.Абушахманов) спектакле (10 октябрь), «Эдип батша» (Софокл, режиссеры И.Саҡаев) хаким ҡарашынан сәхифәһе (11 октябрь) һәм, әлбитттә, баш ҡала тамашасыһына байрам бүләге - театрҙың юбилей тамашаһы (12 октябрь).