Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

«Баш бирмәҫ Нуриев»

«Минең өсөн иң мөһиме – ирекле булыу. Мин бөтә ерҙә лә эшләү мөмкинселеге булыуын теләйем – Нью-йоркта ла, Парижда ла, Лондонда ла, Токиола ла. Миңә 24 йәш. Миңә ҡайһы юлды һайларға һәм киләсәгемде ҡайҙан эҙләргә икәнен күрһәтергә тырышмағыҙ. Мин уны үҙем табырға теләйем. Ирекле булыуҙы мин шулай аңлайым» («РУДИ – NEVER OFF» спектакленән Р.Нуриев).

14 мартта тамашасы Башҡорт академия драма театрында бөтә донъяға билдәле балет бейеүсеһе, легендар Рудольф Нуриевтың тыуған көнө уңайынан «РУДИ – NEVER OFF» (А. Абушахманов) спектаклен ҡарай ала.

Был көндө, спектаклдән һуң, Р. Нуриев ис. Башҡорт дәүләт хореография колледжы вәкилдәре - уҡытыусылар, балетмейстерҙар, тәрбиәләнеүселәр һәм, әлбиттә, театр спектаклендә уйнаған барлыҡ артистар ошо мөһим дата уңайынан ижади осрашыу ойоштора. Был мәҙәни сараға теләгән тамашасылар ҙа килә ала.

 Shumnov-1116Shumnov-1120 Shumnov-1161 Shumnov-1281 Shumnov-1326