Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БАШДРАМ ФЛЕШМОБта ҠАТНАШТЫ

7 сентябрҙә йондоҙ формаһында теҙелеп халыҡ «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы флешмобҡа ҡушылды!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән флешмобты олоһо ла, кесеһе лә күтәреп алды. Иңгә-иң терәшеп 3 мең кеше майҙан уртаһына баҫты.