Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БАШДРАМ КИНОЛА…

22 сентябрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейында ҙур мәҙәни ваҡиға булды. Фильмдың режиссеры — танылған актер һәм режиссер Александр Галибин. Сценарий авторы — Айҙар Аҡманов.

Фильмда төп ролдәрҙе 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин (Йәмил) менән 9 йәшлек Марта Тимофеева (Оксана) бик оҫта башҡарҙы. Төп ролдәрҙә — М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры артистары — Илгизә Ғилманова, Рәүис Заһитов, Руслан һәм Гөлназ Хайсаровтар, Сәғиҙулла Байегетов, Ирада Ҡадырова, Йософ һәм Фәнис Рәхмәтовтар, Зиләрә Юлтаева, һәм дә театрыбыҙҙың эргәһендә эшләп килгән балалар театр студияһының йәш артист — Илназар Әхмәтйәнов.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә. 19 сентябрҙә картина киң прокатҡа сыҡты. Фильм ай дауамында прокатта күрһәтелә, ә һуңынан 20 октябрҙә – Мостай Кәримдең тыуған көнөндә Рәсәйҙең «Мәҙәниәт» каналында эфирға сыға.