Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Башдрамдар йәйге ялға сыҡты!

Коллектив был миҙгелдәге һуңғы осрашыуын Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы эргәһендәге яланда матур йыйын үткәреп уҙғарҙы. Артистар ғаиләләре менән йыйылды. Бала-саға, ир-ат футбол, волейбол уйнаны, ҡатын-ҡыҙҙар табын әҙерләне, сәскәләр менән фотоға төшөргә өлгөрҙө  ҡайһылар хатта балыҡ ҡармаҡланы, ти. Ат башындайын эләктереп алды, тип һөйләйҙәр, ти.

Бына шулай 99 миҙгел тамамланды… Ә алда — 100-сө миҙгел! Көс-дәрт, ғәм-сәм йыя башлайыҡ! Театрҙың эше 8 августта башлана.