Яңылыҡтар

Башдрамдың артистары «Йөрәк һүҙе — 2019» шиғриәт бәйгеһенең финалына сыҡтылар

9 сентябрҙә «Йөрәк һүҙе — 2019» шиғриәт бәйгеһендә майҙан тотоусоларҙы билдәләү буйынса эксперт комиссияһының ултырышы булып уҙҙы, унда 9 ноябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә уҙасаҡ шиғыр бәйгеһе финалистарының исемдәрен билдәләнеләр.

Улар араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ла бар: Суфия Ҡорбанғәлиева, Римма Ҡаһарманова, Морат Рафиҡов, Гөлмирә Исмәғилева, Фәнис Рәхмәтов.