Яңылыҡтар

БАШДРАМТЕАТР АКТЕРҘАРЫНА Ш.БАБИЧ ИСЕМ. ДӘҮЛӘТ ПРЕМИЯҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте  йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Марат Мәһәҙиев Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм артистары Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов «Хыялға ҡаршы» спектаклен юғары профессиональ художестволы сәхнәгә ҡуйған һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалау өсөн был премияға лайыҡ булдылар.

Коллегаларыбыҙға ижади үрҙәр теләйбеҙ!

фото: Башинформ