Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БАШДРАМТЕАТР ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ЭШКӘ СЫҠТЫ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәйге ялдан һуң эшкә сыҡты.

Быйылғы бөтә илгә килгән көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар айышы театр ижадына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Апрель айында үҙҡурсаулыҡта ултырып, майҙың бер-нисә көнө репетициялар уҙғарғандан һуң, коллектив йәйге ялға сыҡҡайны.

“Театрҙа капиталь ремонт эштәре әүҙем бара, тамаша залы 95% әҙер, пандемияға бәйле хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер һәм көҙ көнө 101-се ижад миҙгелен үҙебеҙҙең яңыртылған сәхнәлә асырбыҙ, тип иҫәп тотабыҙ” – тине директор Иршат Фәйзуллин.

Баш режиссер Айрат Абушахманов артистарҙы ижади пландар менән таныштырып: “Алдан планлаштырылған әҫәрҙәр киләсәктә күҙалланған репертуарҙа ҡаласаҡ, Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романын ҡуйыр алдынан яңынан уҡып сығып, иҫкә төшөрөрбөҙ. Ошо арала репетициялар башлайбыҙ. Пландар күп, шуға күрә һау-сәләмәт булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”- тип иҫкәртте.