Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

БАШДРАМТЕАТР ПЛАСТИК СПЕКТАКЛЬ ӨҪТӨНДӘ ЭШ БАШЛАНЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 101-се ижад миҙгелендә тамашасылар өсөн уникаль проект әҙерләй – артистар пластик спектакль өҫтөндә эш башланы.

Пластик спектаклгә нигеҙ итеп Николай Крашенинниковтың «Амеля» романы алынған. Журналистар менән осрашҡанда театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов был проекттың тыуыуы һәм ни өсөн театр нәҡ ошо пластик спектаклгә мөрәжәғәт итергә булыуы тураһында һөйләне: “Беҙҙең Башдрамтеатр артистары менән ошондай проектты булдырыу идеяһы күптән яралды, сөнки беҙҙең ижади потенциалыбыҙ бик ҙур, сәхнәгә хореографик әҫәрҙәрҙе лайыҡлы кимәлдә сығарырлыҡ талантлы, көслө, бар йәһәттән «һығылмалы» йәштәребеҙ бар. Мин А.С.Пушкин Театрының С.Айытматовтың “Әсә яланы» исемле спектаклен күргәс, үҙебеҙҙә лә пластик спектакль ҡуйыу идеяһы менән йәшәй башланым, һуңынан Е.Б.Вахтангов исемендәге театрҙың “Анна Каренина” исемле хореодрамаһы ла был идеяға ҡуҙ өҫтәне. Был проекттың үҙенсәлеге шунда — спектаклдең авторы һәм режиссеры ла булып хореограф тора. Беҙҙең осраҡта был эштәрҙе Алина Мостаева үҙ өҫтөнә аласаҡ.”

Алина Мостаева әйтеүенсә, ул әҫәрҙе синтетик жанр формаһындағы пластик спектакль итеп күрә, киң танылған композитор һәм музыкант Олег Гудачев менән бергә эшләйәсәктәр, ҡуйылышты иһә “пластик эссе” тип билдәләй: “Бында хәрәкәттәр бейеүҙәр башҡарыуға ғына ҡайтып ҡалмаясаҡ, ә драматик кисерештәрҙе, хистәрҙе һәм тойомлауҙарҙы ҡараш, ҡул һәм тән хәрәкәттәре аша сағылдырыу ҙа. «Анна Каренина» – барыһына таныш классик әҫәр, унда текст бөтөнләй юҡ, «Амеля»ны иһә беҙҙең замандаштарыбыҙға яҡшы таныш, тип әйтеп булмай, шуға күрә Башдрамтеатрҙың пластик спектаклендә текст буласаҡ”.

Бөгөн артистар “Амеля” романын уҡый башланылар. Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында яратып яҙған урыҫ яҙыусыһы Николай Крашенинниковтың «Амеля» романы йәтим башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында. Тол ҡалған профессор ҡатында хеҙмәт иткән олатаһы үлеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай дворяндар йортонда тәрбиәләнә. Әммә Амелияны һәр ваҡыт тыуған иленең символына әйләнгән, нәҫел тамырҙарын хәтерләтеүсе маяҡ дәрәжәһенә әүерелгән далаларҙың саҡырыуы борсой. Ҡыҙҙың башҡорттарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныуы, тыуған ил яҙмышы хаҡында борсолоуҙары генетик хәтер, «ҡан тартыуы» менән аңлатыла…