Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Башинформ»да пресс-конференция

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 95 - се юбилей миҙгеле алдынан «Башинформ» Мәғлүмәт Агентлығында пресс-конференция уҙғарҙы. Һөйләшеү театрҙың 95 йыллыҡ юбилейын ойоштороу хаҡында барҙы. Журналистар менән осрашыу барышында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов белдереүенсә, яңы ижад миҙгеленә пландар бик ҙур.

Юбилей программаһында премьера спектаклдәре, гастролдәр ойоштороу, Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыу, театрҙың тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында телевизион фильм төшөрөү, өс томлыҡ китап сығарыу һәм, әлбиттә, 95 йыллыҡ юбилейға арналған тантаналы кисә һәм башҡа саралар бар.

«Шундай киң масштаблы юбилей программаһы Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты ярҙамы менән бойомға ашырыла», - тине Олег Ханов.

1 октябрҙә театр «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) мюзиклы менән 95-се миҙгелен аса. Театрҙың 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан Ырымбурға гастролдәр ҡаралған. Сығыштар М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә рус драма театрында уҙасаҡ. Гастролдәр «Бәхет хаҡы» (Х.Мөдәрисова) музыкаль мелодрамаһы менән асыла. Шулай уҡ тамашасылар «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» (З.Биишева) әкиәтен, «Мин - ҡатын -ҡыҙ» (Т.Миңнуллин) бишек йырын ҡарай ала. Сығыштар «Күңел ынйылары – дуҫтарға» тигән театраль концерт менән тамамлана.

Юбилей программаһының иң әһәмиәтле һәм мөһим пункты - Мәскәүгә гастролдәр. 8-12 октябрҙә театр Мәскәү тамашасыһына, унда йәшәгән милләттәштәребеҙгә иң сағыу, премьера спектаклдәрен тәҡдим итә. Улар: «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов, реж. А.Абушахманов) музыкаль комедияһы, «Аҡ пароход» ( С.Айытматов, реж. О.Ханов) драмаһы, «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури, режиссеры – А.Абушахманов), «Эдип батша» (Софокл, режиссеры И.Саҡаев) спектаклдәре, һәм, әлбитттә, байрам бүләге - театрҙың юбилей тамашаһы.

«Ҡара йөҙҙәр» cпектакле яңы ижад миҙгеленең көтөп алынған премьераларының береһе буласаҡ», -тине Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева.

«Ҡара йөҙҙәр» менән бер рәттән «Әбейүшкә@тущка.ru» (Р.Кинйәбаев, режиссер - И.Муллабаев) комедияһының да репетициялары бик ҡыҙыу бара.

Күптән түгел Карелияның баш ҡалаһы Петрозаводск ҡалаһында үткән «Лифт Карелия 14+» халыҡ-ара фестивалендә «Әлифбанан бер себеш» моно-спектакле менән сығыш яһап ҡайтҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров тәьҫораттары менән бүлеште.

25-31 октябрҙә Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында уҙасаҡ Урта Азия Республикаларының V Халыҡ-ара театр фестиваленә «Руди -Never off» (А.Абушахманов) спектакле барасаҡ.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллығына арналған төп юбилей тантанаһы 19 декабрҙә буласаҡ.

Ссылка: http://www.bashinform.ru/news/662777/