Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
30май
АНТИГОНА
Яңылыҡтар

Беҙҙә ҡунаҡта — Фарсы иленән «Ghoghnus» театры вәкилдәре

6 февралдә театрыбыҙ коллективы Ислам Республикаһы Ирандан килгән делегация вәкилдәре менән осрашты. Делегация ағзалары - Өфөгә гастролгә килеүсе «Ghoghnus (мифологияла яңырыу һәм мәңгелек өсөн үҙ -үҙен ҡорбан итеүсе илаһи ҡош) театры ижади группаһы. Был театрҙың артистары һәм музыканттары, донъя буйлап гастролдә йөрөп, Ирандың конъяҡ өлөшөндә йәшәүсе халыҡтарҙың фольклоры менән таныштыра. Был көндө ҡунаҡтар театрҙың В.Шукшин әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған «Ҡыҙыҡ был тормош!» хикмәттәрен ҡараны.

«Беҙ Башҡортостанға үҙебеҙҙең сәнғәтте күрһәтеү һәм һеҙҙең милли мәҙәниәтегеҙ менән танышыу маҡсаты менән килдек. Һеҙҙең театрҙа булыуыбыҙ менән бик бәхетлебеҙ, был иҫ киткес театр! Мин юғары белемле, тәжрибәле режиссер булараҡ, спектаклдең юғары кимәлдә ҡуйылыуын, артистарҙың уйыны һоҡланғыс дәрәжәлә юғарылығын билдәләр инем. Мин В.Шукшин ижады менән таныш булмаһам да авторҙы аңланым, уны күргәндәй булдым, спектаклдең аһәңен йәнем-тәнем менән тойҙом, спектаклде ихлас ҡараныҡ», -ти «Ghoghnus» театрының режиссеры Амин.

Осрашыу ваҡытында фарсы артистары үҙҙәренең мәҙәниәте хаҡында һөйләгәндә бик ҡыҙыҡлы тарихи факт та яңғыраны: Иранда бөгөн дә борон Уралдан килеп төпләнгән Башэгэр тигән ҡәбиләнең вариҫтары йәшәй икән. «Был мәғлүмәт беҙҙе тағы ла нығыраҡ туғанлаштыра. Беҙ һеҙҙең янда үҙбеҙҙе туған йортобоҙҙағы кеүек хис итәбеҙ»,- тине улар. «Ә беҙ үҙ туғандарыбыҙҙы күргәндәй булдыҡ»,- ти Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, был көндө «Ҡыҙыҡ был тормош!» спектаклендә уйнаусы Тәнзилә Хисамова.

Беҙ үҙ көсөбөҙ менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим шиғырҙарын фарсы теленә тәржемә итеп 5 мең тираж менән баҫтырҙыҡ, тиҙҙән Өфөлә Иран фильмдары күрһәтеләсәк, тигән хәбәрҙәр менән дә шатландырҙы ҡунаҡтар.

Осрашыу һуңында ҡунаҡтар фарсы халҡының йыр моңдарын ишеттерҙе.